+15 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
26 Август 2021, 09:59
СӘЛӘМ.
* * * Өләсәйем ебәргән Беҙгә кәнфит, шоколад, Бейәләй, буяу ҡәләм, Һәм матур уйынсыҡ ат. Тағы ла өләсәйем Ебәргән ҡайнар сәләм... Бына, кәнфит, шоколад, Бына ат, бына ҡәләм... Ә ҡайҙа ҡайнар сәләм?
СӘЛӘМ.
Нимә менән икән ул?
Ниңә ҡайнар икән ул?
Уның эсенә тағы
Ңимә бешереп һалған?
Ҡайҙа һуң ҡайнар сәләм?
Күрәйемсе тиҙерәк!
Әсәй йәшерҙеме әллә,
Һыуынһын тип әҙерәк?
(О.Дриздан, ирекле тәржемә.)
Автор:
Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: