+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
22 Август 2021, 09:10

Хәйерле иртә!

* * *  Мин бәхетле һөйгэн гөлөм сәскә атһа,  Иҫән- һаумы Әсәй?- тип балам ҡайтһа,  Әссәләмәғәләйкүм тип күршем керһә,  Туғандарым һирәк- мирәк хәлем белһә. 

Хәйерле иртә!
Хәйерле иртә!
 
Мин бәхетле һыҙланмайса төнөм үтһә,
Һөйөндөрөп матур-матур төштәр керһә,
Һәр иртәлә көс-хәл йыйып иҫән торһам,
Шөкөр итеп Раббыбыҙға таң аттырһам.
 Туғандарым, балаларым иҫән булһа,
Тирә-яҡ күршем, дуҫ- иштәрем һау-көр булһа.
Тағын ниндәй бәхет кәрәк кеше өсөн,
Бер Аллаға шөкөр итәйек барыһы өсөн!
Мин бәхетле!
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: