+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
21 Август 2021, 07:21

Уятҡыстар

Уятҡыстар * * *  Тор, тор, балам, тор инде, Ҡояш күптән ҙур инде. Осто, китте йоҡоһо, Шулай уның тоҡомо, Ҡыты, ҡыты, ҡыты.

Уятҡыстар
Уятҡыстар
 
* * * 
Тор, тор, турғай,
Таң ата буғай.
Турғай, кил, сыпсыҡ, сыҡ,
Сырыҡ, сырыҡ, сырыҡ.
* * * 
Йоҡо, йоҡо, йоҡо, ҡас,
Бәхетлегә юлың ас!
* * * 
Ас, Мәрйәмкәй күҙеңде,
Яратайым үҙеңде.
* * * 
Ғәзиз балам, тор инде,
Йоҡоң туйғандыр инде,
Бөтә балалар мәктәпкә
Барып тулғандыр инде.
Атаң киткән баҙарға
Хәләл малдар алырға.
Балам, һин дә тиҙ өйрән
Дәхи уҡып яҙырға.
* * * 
Ҡояш алтын алҡа таға
Тәҙрәм быялаһына.
Тәҙрәләргә ҡарап йылмай
Йоҡонан уянғанда.
* * * 
Әғүҙиһи бисмилла,
Тор, бәпәйем, Хөснулла.
Еңгәң ҡоймаҡ бешергән,
Ағаң ашап бөтөргән.
 
"Балалар фольклоры" китабынан.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: