Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА
Һибелә алтын нурҙар. - Эй, болоттар, болоттар, Ҡояшты ҡапламағыҙ! Ҡояшты ҡапламағыҙ, Беҙ нурҙа шатланабыҙ. Уйнайбыҙ ҙа көләбеҙ, Яланда йүгерәбеҙ. Инде арыныҡ тиһәк, Йылғала һыу инәбеҙ.
Йылтыр һыу, йылтыр һыу,
Әллә һин яҡты көҙгө.
Матур булып үҫһен тип,
Яратаһыңмы беҙҙе.
Яратам, ҡыҙҙар, һеҙҙе,
Һеҙ тырыш булған өсөн.
Сылтыр-сылтыр һыуымда
Аҡ керҙәр йыуған өсөн.
Мин һәр ваҡыт теләйем:
Елбәҙәк үҫһен гөлдәр.
Бәүелһен аҫыл гөлдәр,
Илгәҙәк үҫһен ҡыҙҙар.
Барыһын наҙлап, һөйөп,
Һибелһен алтын нурҙар!
Һибелһен алтын нурҙар!
(Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.)