- Юҡ – юҡ, балам, буш хәбәр ул!
Яман кеше хәбәре.
Тел бәхете күрмәгәндең
Үҙ - үҙенә йәбере.
- Ә Салауат кем ул, атай?
- Аһ, балам, матур һорау!
Быға яуап белеү була
Халҡыңа һөйөп ҡарау.
Салауат ул, батыр, балам,
Ҡанбабаң, рухи бабаң.
Башҡорттарҙы әйҙәгән ул
Яҡты ҡиблаға табан.
- Әсәй, ҡашмау, яға нимә?
- Ҡыҙым, был кейем йәме.
Ғорур , ипле башҡорт ҡыҙын
Иман нурына күмә.
- Атай, әсәй, беҙ башҡортмо?
- Алтындарым, һеҙ – Башҡорт!
Бөйөк, азат илебеҙгә
Һеҙ – ышаныс, һеҙ – йәш ҡот!
Беҙҙән һеҙгә, балаларым
Бер фатиха, аманат –
Маңҡорт ҡаны ҡушылмаһа,
Башҡортта һынмаҫ ҡанат,
Илебеҙ булыр азат!
(Наилә Хәмбәлиева)