+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
12 Август 2021, 08:36

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

Мин - сәскә   - Мин - сәскә, үҙемсә Һағышым, ғәмем бар. Тоямын барын да, Минең дә йәнем бар.   Йоҡоға мин зирәк, Бик иртә уянам, Таң нурын сәләмләп, Ихлас ҡыуанам.

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

 Былбылдар һайраһа,

Йотолоп тыңлайым.
Моң тыңлап, ҡайһы саҡ
Шым ғына илайым.
 
Һыуһаһам, эсәм мин
Саф ысыҡ һыуҙарын,
Тажыма һеңдерәм
Салт ҡояш нурҙарын.
 
Наҙланып баҡҡанда
Офоҡҡа үрелеп,
Күбәләк килмәһә,
Көтәмен тилмереп.
 
Мин - сәскә, үҙемсә
Һағышым, ғәмем бар,
Тоямын барын да,
Минең дә йәнем бар.
 
Эй, кескәй дуҫтарым,
Ҡәҙеремде белһәгеҙ,
Ергә бер йәм биреп,
Үҙһен был, тиһәгеҙ,
Сәскәне өҙмәгеҙ!
 
Өҙмәгеҙ!
 Йәлләгеҙ,
Аҙ ғына булһа ла,
Минең дә йәшәгем
Килә бит донъяла!
 
(Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: