+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
10 Август 2021, 21:55

Сафуан ӘЛИБАЕВ

Баланы йоҡлатыу.   Әлли-бәлли, бәпесем, Йән йөрәгем, бәпесем. Рәхәтләнеп, иркәләп, Йоҡлап китер бәпесем.   Әлли-бәлли итергә Ал бишеге бар уның, Алдына алып йоҡлатырға Үҙ әсәһе бар уның.

Сафуан ӘЛИБАЕВ
Сафуан ӘЛИБАЕВ
 
 
Әлли итер был бала,
Бәлли итер был бала.
Атаһы ҡайтып еткәнсе,
Йоҡлап китер был бала!
 
Әлли итер был бала, 
Бәлли итер был бала.
Атаһына, әсәһенә
Хеҙмәт итер был бала.
 
Минең ҡыҙым бик матур,
Көйәнтәһен буятыр.
Таң һыҙылып атыу менән,
Әтәс килеп уятыр.
 
(Сафуан ӘЛИБАЕВ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: