+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
7 Август 2021, 15:32

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

Өләсәйем йәшлеге.Өләсәйем йөрөгәндәТаяғын һис ҡалдырмай.Энәне һабаҡлай алмай,Ҙур лампаны яндырмай.Саҡырайыҡ, тим табипты,Ҡарап дарыуҙар яҙһын.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА


Әсе булһа, булыр бер аҙ,
Тик аяҡтарың яҙһын.
Күҙҙәрең асылып китһен,
Сал сәстәрең ҡарайһын,
Йыйырсыҡтарың тартылып,
Сәләмәтлегең ҡайтһын.
Табип ҡайтып китеү менән,
Йүгерербеҙ урамға.
Һикерербеҙ, туп тибербеҙ,
Һис ҡыйын түгел, аңла!
Рәхмәт, ҡыҙым, борсолаһың,
Тик мин ауырымайым.
Ә йәшлегемде юғалттым,
Юғалттым, табалмайым.
Ҡара урман, бейек тауҙар,
Тәрән һыу төбөндәме.
Аҙашып ҡалды йәшлегем,
Төшөмдә, өнөмдәме ?!.
Эй, өләсәй, иҫлә әле,
Ҡайҙа юғалтҡаныңда !
Йүгереп алып ҡайтырмын,
Һинең йәш саҡтарыңды.

Рус теленән тәржемә.
(Миләүшә Ғәйфуллина.)
 
 
 
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: