+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
6 Август 2021, 08:43

ИРТӘ

Рәми ҒАРИПОВ

Рәми ҒАРИПОВ
Рәми ҒАРИПОВ

   Таң йондоҙо һүнә-һүнә

Ебәрә һуңғы сәләм.

Уяна ер, уяна күк,

Уяна бөтә ғәләм. 

Моронлап килгән бәпкә кеүек,

Сипылдап ҡояш сыға.

Торналар ҙа һөрән һала,

Көн аяҙ, тип, юлсыға.

Шул көн нурын эсергә тип,

Атым эйәрләп сыҡтым.

Түгә-түгә киләм бына

Үләндәге ысыҡты.  

Керпектәрен асып ҡарай

Гөлдәрҙән зәңгәр күҙҙәр.

Башын эйеп, улар миңә:

- Хәйерле иртә! - тиҙәр.  

Ә һандуғас талға баҫып,

Сихри ҡылдарын сиртә...

Ниндәй көслө көн тыуҙыра

Илкәйгә алтын иртә!

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: