Себештәр: "Сип-сип, - тиҙәр, -
Асыҡтыҡ бик-бик", - тиҙәр.
Әллә мине беләләр,
Артымдан йүгерәләр.
Туҡтауһыҙ: "Сип-сип, - тиҙәр, -
Беҙгә ем һип-һип", - тиҙәр.
Алып сығамын тары -
Бер генә ус ни бары.
Һаман да: "Сип-сип, - тиҙәр, -
Күп кәрәк, күп-күп", - тиҙәр.
Тиҙ үк ашап бөтәләр,
Тағы ла ем көтәләр.
Гөлфиә Юнысова.