Туған телем – һин илһамлы сағыу йондоҙ,
Нурын һибеп йылы биргән яҡты ҡояш,
Туған телем - иркә, яғымлы һәм яҡын,
Һәр балаңдың күңеленә һин - рухи аш.
Селтер шишмә сылтырауы тауышыңда,
Һандуғастарҙың һайрауы моңдарыңда,
Башҡаларҙы әсир итер тылсымы бар
Ҡөръән һүҙҙәренә оҡшаш яңғырауыңда.
Туған телем- әсәй теле, атай теле,
Яратыуым сикһеҙ һине туған телем!
Халҡыбыҙҙың йәшәйеше киләсәктә
Һинең көслө булыуыңда туған телем!
Ҡурай моңдары уралған ауазыңа,
Уралымдың Йәншишмәһе аға унда,
Мәңге йәшә сәскә атып туған телем,
Тыуған илең - үҙ ереңдә Уралыңда!