Һөйләмәһәң, һөйләмә, тик
Бул янымда,
Һинең өсөн борсолоуым
Аң - ҡанымда.
Бәхетһеҙмен тимә, балам –
Сәләмәтһең!
Яҡындарың бар яныңда –
Һин кәрәкһең!
Ҡара әле, был донъялар
Ниндәй матур!
Күрһәң ошо матурлыҡты,
Дәртең ҡайтыр.
Бер ҡосаҡлап яратайым
Әле, балам...
Имен йөрө! Һиңә бәхет
Теләп ҡалам.
Фирүзә Абдуллина.