Башҡортса өндәш балаңа -
Хәйерле көндәр телә.
Әсәй башҡортса һөйләшһә,
Бала башҡортса белә.
Атай башҡортса һөйләшһә,
Бала аңлай үҙ халҡын.
Бикләп ҡуйма мең йоҙаҡҡа
Ата-бабалар хаҡын.
Әкиәт һөйлә балаңа -
Унда батырҙар еңә.
Яҡшылыҡ маяҡ булыуы
Ул сабый саҡта һеңә.
Шәжәрә төҙө балаңа -
Ниндәй ҡеүәтле тамыр!
Бер ҡәүемдең вариҫтары
Бер-берен һәр саҡ таныр.
Башҡортса ярат балаңды -
Һөйөп ал арҡаһынан.
Бала наҙҙы һәр саҡ көтә
Әсәһе, атаһынан.
Башҡайынан да һыйпап ал,
Ул яратыуҙы тойһон.
Мөхәббәтле был донъяла
Йәненә һөйөү тулһын!
(Лариса АБДУЛЛИНА)