-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
30 Июль 2021, 04:05

Атайым

АтайымАтайым минеңБигерәк көслө.Белмәгән эшеЮҡтыр ҙа төҫлө.Бесән кәбәнләй,Утынын яра.Трактор ватылһа,Тик үҙе ҡарай.Атайым кеүекИртә торормон,Төрлө һөнәргәЭйә булырмын(Ф.Хөснөтдинова)

Атайым
Атайым



Етемлек

 
Атай, тиһәм, йәшем атылып сыға.
Әсәй, тиһәм, үкһеп, әсенәм.
Көҙгө елдәр иҫә, ағастарҙың
Иртә салын һөҙөп сәсенән.
Ике рәт көҙ һеҙһеҙ килде беҙгә.
Бер-бер артлы донъя ҡуйҙығыҙ.
Көтмәгәндә был тар фанилыҡтан
Баҡыйлыҡҡа тәҙрә уйҙығыҙ...
Шул тәҙрәнән яҡты йөҙгөнәгеҙ
Ҡайһы ваҡыт ҡуя сағылып:
һеҙҙе төштә күрһәм, китерҙәймен
Артығыҙҙан илап, тағылып...
 
(Тәнзилә Дәүләтбирҙина)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: