Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:
Һыуға башлай ҡыҙҙар еңгәне.
Күнәктәрен сайпылдырмай ҡайта
Юрғалап та баҫып килгәне,
Уңғанлығы шунан билдәле.
Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:
Юлсы инә өйгә ҡунаҡтай,
Хөрмәт итеп түргә уҙҙыралар,
Килмәһә лә ҡунаҡ йыраҡтан.
Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:
Оло барҙа кесе һүҙ алмай.
Табындарҙа һурпа эскәндә лә
Йырламайса башҡорт түҙә алмай.
Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:
Атайҙарҙан күргән уҡ юна.
Алты йәштән ирҙәр атҡа менә,
Салауатлы итте шул йола.
Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:
Нигеҙендә ята йомартлыҡ.
Изгелекле халҡым йолалары –
Алтындарҙан - алтын ҡомартҡы.