-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
28 Июль 2021, 06:14

Ҡоштар донъяһы

ҺӨҘҺӨТ(Удот)«Уй-уй-уй-уй!» – тиеп ҡырҙаТауыш бирә бик ҡыҙыҡ,Һөҙһөт икән исемкәйеЯулыҡҡайы сем ҡыҙыл.Иҫкәртә ҡош:«Уй-уй-уй! » – тип,Урмандағы ҡоштарҙы,Сит-яттарҙан һаҡлар өсөн,«Уяу бул!» – тип, дуҫтарын.

Ҡоштар донъяһы
Ҡоштар донъяһы




КӨЙӨЛДӨ
( Кулик )
«Кө-йө-өл» тип тауыш биреп,
Осто бер ҡош ни һөйләп?
Көйөлдөнөң шулай икән
Һыҙғырыуы, тим, көйләп.

Йылға-күлгә осоп килә
Һунар ҡошо көйөлдө,
Эй оҡшатып һыу буйҙарын
Йәй буйына һөйөндө.


ТАҢ ТУРҒАЙЫ
( Зарянка )
Таң турғайы булғанға ла
Таңдан тороу ғәҙәте,
Барыһынан алданыраҡ
Күрһәтеүе һәләтен.

Эй талпынып һайрай турғай,
Иртәмә сәләм биреп,
Шулай икән моң тарата
Йәйҙәрҙең йәмен белеп.


ҠАҒАРАҠ
(чернозобная гагара)
Гагаралар төркөмөнә
Инә был ҡош ҡағараҡ.
Ҡаҙҙан бер аҙ бәләкәй ҙә,
Төҫө уның ҡарараҡ.

Ҡанатына, арҡаһына
Аҡтан биҙәктәр һалған.
Көмөш тәңкә генә баҫып
Түшелдереген таҡҡан.

Ҡай саҡ был ҡош һыуға сумып
Оҙаҡ-оҙаҡ юҡ була,
Баҡ тиһәң ул һыу төбөнән
Балыҡ аулап туҡ була.

Тауыш бирә төрлөсә ҡош,
Аңғармаҫһың да һәр саҡ.
Йә һыҙғыра нәҡ ел кеүек,
Эт кеүек өрө бер саҡ.

«Кук-уик», – ти парлашҡанда,
Ҡурҡһа әйтә: «Га-га-ра!»
Тыныс мәлдә ҡош ҡағараҡ
Һуҙып йырлай: «Га-га-га»


БИҘГӘЛӘК
( Стрепет)
Африкала, Азияла
Күпләп йәшәй биҙгәләк.
Далаларҙы төйәк итеп,
Килеп китә беҙгә лә.

Сүпләй төрлө емеш-еләк,
Үлән ашап туйына.
Муйынсаһын ата ҡошо
Таға яҙын туйына.


КҮК КҮГӘРСЕН
Ниҙәр һөйләй күк күгәрсен,
Гөр-гөр, гөр-гөр гөрләй,тип?
Әйтә икән тыуған ерем
Ниндәй матур гөлдәй,тип.

Туғайҙарым шау сәскәлә,
Ҡоштар һайрай күр, тиҙер.
Һибеп көмөш тамсыларын
Тулҡынлана күл, тиҙер.

Йәйғор һөйә күктәремде,
Эй зәп-зәңгәр күк, тиҙер.
Сал түбәле тауҙарымда
Бөркөттәрем күп, тиҙер.

Гөрләй-гөрләй күк күгәрсен
Йәйеп оса ҡанатын.
Гөлдәй матур илгенәм, тип,
Маҡтап йырлай Ватаным.

 (Нәсимә ҒАЙСИНА)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: