+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
27 Июль 2021, 19:34

Тубым

Иң яратҡан уйынсығым,Иң яҡын дуҫым – тубым.Ярты яғы асыҡ зәңгәр,Яртыһы ҡыҙыл уның.




Беҙ икәүләп көнө буйы
Һикерәбеҙ, уйнайбыҙ,
Һыу инәбеҙ рәхәтләнеп
Эҫе ҡомда аунайбыҙ.

Шаян тубым минән ҡасып,
Ырғый-ырғый йүгерә,
Мин дә унан ҡалышмайым,
Тиҙ үк тотоп өлгөрәм.

«Туп кеүек тәгәрәп кенә
Yҫәһең!» – ти өләсәй.
Мин үҫәм дә, тик ниңәлер,
Тубым һаман бәләкәй.

(Рәмзәнә Абуталипова)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: