Бала-саға уйнай.
Йүгерәләр, Һикерәләр –
шундай күңелле!
Ярышалар.
Сәм дә, ғәйрәт тә бар…
Кемдер еңде, кемдер еңелде.
Еңеүселәр – дуҫтар:
Маһаймайҙар,
Дуҫлыҡ еңә бындай бәйгелә.
Бала-саға уйнай…
Ҡарап тороп,
Моңһоуланып киттем әҙ генә.
Ниңә мин дә бала түгел икән?
Минең дә бит килә уйнағым.
Баласаҡтан башлап тағы бер ҡат
Һүтке килә ғүмер йомғағын.
…Урам гөрләп тора.
Ырғып-сабып,
Бала-саға уйнай – ҡолонсаҡ.
Бала булып, эй уйнағы килә,
Эй уйнағы килә ҡайһы саҡ.