+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
25 Июль 2021, 10:34

Дуҫтарым күп

Аҡ алъяпҡыс быуҙым да, Ҡулдарымды йыуҙым да Ваҡ пирогтар бешерҙем Алма менән кишерҙән.

Дуҫтарым күп
Дуҫтарым күп

 

 
 
Иптәштәрем күп минең,
Йәшәйҙәр төрлө яҡта,
Килегеҙ, тип, байрамға
Саҡырғайным ҡунаҡҡа.
 
Ауылдан да киләләр,
Ҡалаланан да киләләр.
Дуҫтарым минең һыйҙы
Яраталар, беләләр.
 
Әҙер булды бәлешем,
Ҡаҙ ите лә туралды.
Ваҡ бәлешкә ярар, тип,
Тиреп алдым баланды.
 
Бишбармаҡҡа ҡаҙанда
Ҡаҙылыҡ бешеп ята.
Һыуһыныңды баҫырға
Ҡымыҙым да бар хатта.
 
Аҡъярҙан Гүзәл килә,
Себерҙән - Айсыуаҡтар,
Ташкенттан - Көнсыуаҡтар,
Ҡайһыһы бик йыраҡтан.
 
Бөрйәндән - Сәлимәләр,
Инйәрҙән - Әминәләр,
Аръғаяштан - Хәҙисә,
Тағы ла әллә нисә -
 
Ҡайһыһы поезд менән,
Ҡайһыһы йөҙөп килер,
Ҡайһыһы һә тигәнсе
Күктәрҙән осоп елер.
 
Дуҫтарым күп, күп минең,
Киң, матур булғас илем.
 
Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: