+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
23 Июль 2021, 12:47

Цирк

Их! Әгәр ата-әсәйем Табалһа һәр саҡ яйын, Циркка мин барыр инем Аҙна һайын... көн һайын!

Цирк
Цирк

 

 
Филдәр унда хоккей уйнай,
Атта саба айыуҙар.
Утлы ҡулса үтә ырғый - 
Ҡуяндар ҙа ҡыйыуҙар.
Ә клоун мәҙәк яһап,
Көлдөрә лә көлдөрә.
Уны үртәп,
Йөнтәҫ кенә
Бәләкәс бер эт өрә.
Их, циркка йөрөр инем
Аҙна һайын, көн һайын,
Әгәр ҙә ата-әсәйем
Табалһа һәр саҡ яйын.
 
Әсхәл Әхмәт-Хужа.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: