+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
23 Июль 2021, 18:20

Бөйөк тел!

Тел тыуҙырған халҡым —бөйөк бер тел!Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә.Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,Үҙен-үҙе ергә күммәһә!..

Бөйөк тел!
Бөйөк тел!


Тик ниңә һуң
Бик күп үҙ улдарың
Ғәмһеҙ ҡарай үткән юлыңа?
Шул ғәмһеҙлек
Күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы ҡулына?
Ниндәй хаҡыбыҙ бар оноторға
Ҡанлы-данлы урау юлдарҙы?
Ниңә ултырабыҙ
Кәмәбеҙҙе
Ағышына ҡуйып йылдарҙың?
Күпме ҡорбан биреп,
Ҡанды түгеп,
Яулап алдыҡ ошо телде беҙ?
Шул тел менән
«Ирек» һүҙен әйттек,
Гөлдәй иттек үлгән илде беҙ...
Әйтерһең дә, шулай донъя шаулай,
Шаулай йылдар, шаулай быуаттар.
Тау йылғаһы ташып килһә шулай
Быуа йырылыр бит, быуа тар...
Яҙғы шарлауыҡтан, ниҙер даулай —
Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә.
Юҡ, йоҡоһоҙ шулай күңел дулай,
һине уйлап, үкһеҙ өңөндә.

 
Рәми ҒАРИПОВ  
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: