-4 °С
Ҡар
Мыраубикә
Өйҙә минең бесәйем бар,
Исеме – Мыраубикә.
Икмәк бирәм, һөт эсерәм,
Яратам уны бик тә!
Ләйсән МЫРҘАҠАЕВА.
Аҡбай
Минең көсөгөм бар,
Исеме уның – Аҡбай.
Мәктәпкә барғанда
Ул мине һаҡлай.
Рәзиф ХӘМИТОВ.
Күбәләк
Оса күбәләк,
Ул шундай матур.
Әсәйем ултыртҡан
Сәскәгә ултыр!
Азалия СЫҢҒЫҘОВА.
Әсәйем
Әсәкәйем-бер генәм
Һине мин яратам.
Әсәйем эштән ҡайтыуға
Өйҙө таҙартам.
Сулпан ХӘМИТОВА.