Бер көн ергә төшөп киткән
Күҙлегенең винтигы.
Эҙләй уны өләсәйем,
Бөк(ө)рәйеп, интегеп.
Шул булмаһа күҙлектә бит
Тормаясаҡ быяла.
Төшөп китһә быяла,
Һәр кем белә - ыуала.
"Ул нәмәкәй, - ти өләсәй -
Бик бәләкәй, кес кенә".
Эй, эҙләйбеҙ, эй, эҙләйбеҙ,
Табып булмай һис кенә.
Инде табылмаҫ тигәндә,
Иҫкә төштө келт итеп,
Айраттарҙа магнит бар бит! -
Алып сыҡтым елт итеп.
Сиҙәм өҫтөнән шыуҙырып
Йөрөткәйнем магнитты,
Ҡапыл юғалған "нәмәкәй"
Магнитымды әп итте.
"Һин булмаһаң, - ти өләсәй, -
Тапмаҫ инем ғүмер, - ти.
- Беҙҙән яҡшы күрә икән
Был әкәмәт тимер", - ти.
Муса СИРАЖИ.