-1 °С
Ясна
Тулҡына үлән диңгеҙе,
Сайҡала йәйге болон.
Бәрхәттәй болон өҫтөндә
Уйнаҡлап йөрөй ҡолон.
Ҡышын уны кескәй шефы
Туҡландырҙы һарайҙа.
Инде рәхәт, иркен уға
Болондарҙа, яланда.
Көн буйы һутлы үләнде
Ул тәмләп ашап туя.
Оло аттарға ҡарай ҙа
Ҡысҡырып кешнәп ҡуя.