0 °С
Болотло
- Күбәләк - күбәләк!
Йәйҙән һиңә ни кәрәк?
- Йәйҙән миңә ҡуныр өсөн,
Матур - матур гөл кәрәк.
- Бал ҡорто, бал ҡорто,Һиндә йәйҙең ни ҡото?
- Миндә йәйҙең баллы, наҙлы,
Сәскә, гөлдәрҙең һуты.
Ҡолонҡай-ҡолонҡай,
Һинең йәй нимәгә бай?
- Күбәләк һәм балғорт менән,
Уҙышҡан көндәргә бай.