+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
28 Июнь 2021, 19:05

ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ

КЕСКӘЙ БОЛОТАшығып китеп барғандаКескәй генә аҡ болотЙығылып төштө баҡсаға,Түгелде ямғыр булып. Ә дуҫтары ары китте,Улар алыҫ, юғары.Кескәй болот ергә һеңде,Гөл түтәлен һуғарып. Күктә шунда ҡояш сыҡты,Ҡыҙҙыра ла башланы.Үҙенең ҡайнар нурҙарынТүтәлдәргә ташланы. һыуһыны ҡанған түтәлдәнКүтәрелеп дым булып,Күккә, бейеккә ашҡындыЙығылып төшкән болот. Аҡ дуҫтарына эйәреп, Йыраҡтарға юл алды. Уға түтәлдән йылмайыпСәскәләр ҡарап ҡалды.Зарема ӘХМӘТЙӘНОВА.

Читайте нас: