ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
Зарема ӘХМӘТЙӘНОВАГӨЛДӘРЕМГөлдәремә һыу һибәм,Төптәре бик тиҙ кибә.Әсәй әйткәнде көтмәм,Гөлдәргә һыу һипмәйсә,Уйнарға сығып китмәм. Хәтфә гөлдәрем дә бар,Тамсы гөлдәрем дә бар.Утап торам сүптәрен.Ҡупшы баҡсаға оҡшағанМинең тәҙрә төптәрем. ЙӘЙ КӨНӨ Йылға ярында ятам,Кис булғас ҡына ҡайтам,Йәйҙең ҡәҙерен беләм —Сөм-ҡара булып киләм. Ҡарай миңә көнләшепЯрҙа үҫкән миләшем.Һәр көн ҡояшта тороп,Ул да килә ҡыҙарып.