-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
13 Июнь 2021, 14:05

БАЛАЛАР ИЖАДЫ

ТөлкәҫБеҙҙең баҡсабыҙ артынанБер кескәй йылға аға,Исеме лә шундай матур,Төлкәҫ тиеп атала.Ул аға болондар буйлапДәртле йырҙарын йырлап,Яр буйы туғайҙарындаҠоштары тора һайрап.Йәй көнө Төлкәҫ һыуындаАп-аҡ ҡаҙҙар йөҙәләр,Ҡыр үрҙәктәре, селәндәрБыл йылғаны һөйәләр.Төлкәҫ һыуында йәшәйҙәрСабаҡтар, ҡоморойҙар,Яр буйында ҡармаҡ һалаШаян үҫмер малайҙар.Йәйҙең эҫе көндәрендәҠыҙҙар балаҫ йыуалар,Төлкәҫтең көйөнә ҡушыпМоңло йырҙар һуҙалар.Красноусол ауылындаУл Көгөшкә ҡушыла,Беҙҙең бәләкәй Төлкәҫ тәҘур диңгеҙгә юл ала.Төлкәҫ - Ғафури районындағы йылға.Линара ИҘРИСОВА."Йәншишмә" ижад төркөмө, етәксеһе - Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас: