-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
12 Июнь 2021, 16:30
ЙЫРЛАП АЛАЙЫҠ ӘЛЕ!
МАТУР ӨФӨ ҠАЛАҺЫ Ағиҙелдең буйы йәмле, Гөл-сәскәле далаһы. Шул Иҙелдең ярҙарында Матур Өфө ҡалаһы. Ҡушымта: Эх, Өфө ҡалаһы Ағиҙелдең буйында. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Һин булырһың уйымда. Өфө урамдары асфальт, Бейек яңы йорттары. Ҡара төндө көндөҙ итә Балҡып янған уттары. Ҡушымта. Өфө баҡсалары матур, Гөл-сәскәгә күмелгән. Йәйге көндә бер күрһәң дә, Мәңге китмәй күңелдән. Ҡушымта. Ҡадир ДАЯН .
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде