-8 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
12 Июнь 2021, 11:55
ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
БАШ ҠАЛА ШУНДАЙ МАТУР! Радионан һәр көн иртән Сәләмләй беҙҙе Өфө, Өфө – туған баш ҡалабыҙ, Тыуған йортобоҙ төҫлө. Телевизорҙан ҡарайбыҙ, Өфөбөҙ – шундай матур, Тау башында суйын һәйкәл, Ул бит – Салауат батыр! Каникулда баш ҡалаға Сәйәхәткә килдек беҙ, Өфө буйлап автобуста Урамдарҙа елдек беҙ! Республика йорто балҡый Алыҫта тау башында, Әйтерһең дә, бөтәбеҙҙе Ул ҡунаҡҡа саҡыра.
Дуҫлыҡ монументы бейек –
Ҡарап торҙоҡ яҡындан,
Һөйләй беҙгә башҡорт, рустың
Ҙур дуҫлығы хаҡында.
Уҡырға саҡыра беҙҙе
Бик күп уҡыу йорттары.
Баш ҡалабыҙ шундай матур,
Яҡты яна уттары.
Ислам Морат.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"