+1 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
12 Июнь 2021, 10:25
РӘСӘЙ КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР!
Илебеҙ тыныс, яҡты, халҡыбыҙ татыу, берҙәм булһын!ДУҪЛЫҠ ИЛЕНДӘ Бергә уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ, Уртаҡ тыуған илебеҙ, Барыбыҙға ла ҡәҙерле Беҙҙең ғәзиз еребеҙ. Мин – башҡорт, Мин – татар, Мин – рус, Мин – сыуаш, Еребеҙҙә беҙ бәхетле Дуҫлыҡ илендә тыуғас. Байрамдар ҙа бергә үтә, Йыр, шиғырҙар яңғырай, Ҡурайсыбыҙҙы тыңлағыҙ – Татыулыҡҡа дан йырлай. Мин – башҡорт, Мин – татар, Мин – рус, Мин – сыуаш, Яуларбыҙ бейек үрҙәрҙе, Беҙҙең теләк ауаздаш!Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
БАШ ҠАЛА ШУНДАЙ МАТУР
Каникулда баш ҡалаға
Сәйәхәткә килдек беҙ,
Өфө буйлап автобуста
Урамдарҙа елдек беҙ.
Дуҫлыҡ монументы бейек -
Ҡарап торҙоҡ яҡындан.
Һөйләй беҙгә башҡорт,
рустың
Ҙур дуҫлығы хаҡында.
Факиһа Туғыҙбаева.
Читайте нас: