+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
9 Июнь 2021, 08:35

Лагерҙарҙа ял иткән, шул уҡ ваҡытта китаптан айырылмаған балаларға Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирынан шиғри күстәнәс

Мәжит ҒАФУРИБалалар һәм китап Дүрт-биш бала йыйылғандар бер урынға, Тап уртала, береһе китап тотҡан ҡулға; һәммәһе лә ҡолаҡтарын торғоҙғандар, Береһе уҡый, башҡалары тыңлай шунда. Ултыралар китап уҡып, күңел асып, Шатлыҡтарын бергә-бергә уртаҡлашып; Ҡайһы ваҡыт тыңлай былар тып-тын ғына. Ҡайсағында көлөшәләр сырҡылдашып. Ҡайсағында әллә кемде ҡыҙғаналар, Уфылдашып, әкрен генә ҡуҙғалалар, Ахырыһы, был китап бик күңеллелер: Күҙ ҙә алмай уҡый уны был балалар.

Читайте нас: