+9 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
7 Июня 2021, 04:40

Гөлнур ҠЫУАТОВА

БАРБОСБарбос менән икәүләшеп,Мәж килешеп уйнаныҡ.Баҫтырыштыҡ, йүгерештек,Аҙаҡ ерҙә аунаныҡ.Көнө буйы уйнай торғас,Барбос тамам арыны.

Ҡолаҡтарын тырпайтты ла

Телен һалды арҡыры.

Әллә мине үсекләйме?

Мин дә телде күрһәттем.

"Үсекләшеү ярамай!"- тип,

Аҙаҡ аҡыл өйрәттем.

Читайте нас