+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
4 Июнь 2021, 10:00

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА ҠАРАУЫЛСЫ ҠАРАСҠЫҺалам сәсле, эшләпәле,Баҫып тора ҡарасҡы!Бындай матур ҡараусылар,Һеҙҙә бармы? Ҡарасы! Күҙҙәренә һөрөм тартҡан –Күмерҙең иң ҡараһын,Кейеп алған оҙон күлдәк,Толомда сәс тарағы. Биҙәнгән дә төҙәнгән дә,Таҡҡан еләктән мәрйен,Күлдәк еңен болғай-болғайБейей Ел менән Кармен. Баҡсаларҙа еләк бешкәс,Төшһә сәпсек, ҡарғалар,Уяу һәр саҡ ҡарауылсы –Тәмләргә тип, барһалар! Аңлатма: Кармен – етеҙ хәрәкәтле Испан халыҡ бейеүе.

ДУҪ БУЛАЙЫҠ
— Безгәләккәй, безгәләк,
Килдем һиңә, күбәләк!
— Әйҙә, бергә уйнайыҡсы
Әбәк-көбәк — һәпәләк.
Зәңгәр күккә ҡанатланып
Беҙ осайыҡ бергәләп.
Йылы ҡояш нурҙарында
Наҙланайыҡ иркәләп.
Ҡанаттарҙыелпеп килеп,
Сәскәләргә ҡунайыҡ.
Ял иткәндә, ләззәтләнеп
Тәмле һутын йыяйыҡ.
Һәр көн шулай иртә менән
Туғайҙарҙы буйлайыҡ.
Шатланышып уйнап, осоп,
Ғүмерлек дуҫ булайыҡ!
Читайте нас: