+15 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
3 Июня 2021, 05:00

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Зөбәйҙә ИСЛАМОВАҠАРЫШЛАУЫҠҠунаҡсыл ҡарышлауыҡЙәйгән ашъяулыҡ,Ултыртҡан ҡунаҡтыУратып япраҡты.Ашайҙар кетерләп,Япраҡты бик тәмләп,Уртаһын кимергәс —Киттеләр тәгәрләп. КҮҢЕЛЛЕ ҠУҢЫҘБик күңелле йәшәй ҡуңыҙ,Уйнап, көйләп сиртә ҡумыҙ,Һөтлөгәндән бешә ҡымыҙ,Ҡоймаҡ туғый, һөҙөп ыуыҙ.Ҡабалана — сәғәт туғыҙ!Килә ҡунаҡ — ваҡыт тығыҙ!

ҠАРЛУҒАС
Болоттарҙы ҡыйып алып
Ҡырҡа оҫта Ҡарлуғас,
Ояһына ҡайтып төшә,
Эшләй, эшләй арығас.
Читайте нас