-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
28 Май 2021, 09:00

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

ГӨЛФИӘ ЮНЫСОВА БЕСӘЙ ҠЫҘЫН ЙОҠЛАТАБесәй ҡыҙы МырбикәӘллә бигерәк иркә?Йырламаһаң, йоҡламай,Йырлатмайса туҡтамай.Мыр-мыр-мыр-мырым,Мырбикәгә был йырым...Кис етә, ҡояш бата,Бесәй ҡыҙын йоҡлата.

ҠАДИР ДАЯН

БЕСӘЙ

Бесәй, бесәй, бесәй шул,

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай,

Әллә ул шулай йырлай?

Килтерегеҙ сысҡан, ти,

Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти?

Килтерегеҙ хәҙер, ти,

Мин ашарға әҙер,ти!

Читайте нас: