Яҙҙы йәмләп үлән араһында,
Бәпембәләр асҡан күҙҙәрен.
Сәләм биреп һары сәскәләре,
Төбәгәндәр күккә йөҙҙәрен.
Әйтерһең дә, сағыу ҡояш — әсә,
Бәпембәләр — уның бәпәйе,
Әсә һибә нурын бәпәйҙәргә,
Нығынһын тип, тамыр — тәпәйе.
Ә “бәпәйҙәр” оҡшап “әсәһенә”
Сағыу һары төҫтән үрелгән,
Үрелгән дә наҙлы нурҙарынан
Гүйә, күктән меңләп һибелгән.