+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
15 Май 2021, 18:30

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВТыуған ауылға Ҡояш апай ауылғаБеҙҙе саҡырып тора.Кәртәнән баш сығарып,Һыйыр баҡырып тора. Аҡбай ҡапҡа тышынанСығып һаулашып тора.Ҡоштар көй менән генәИхлас аңлашып тора. Өләсәйҙең ҡоймағыХуш еҫ таратып тора.Олатай арҡабыҙҙанҠағып яратып тора. Ауылға ҡайтып төшөүБеҙҙең өсөн ҙур байрам.Күрегеҙ, тамашаға,Мажараға бай урам. Сит илең ары торһонТыуған ауылым барҙа.Инйәремдә һыу төшөп,Ҡыҙынып ятам ярҙа.

Күмер самауыр
Тирләп-бешеп өҫтәлгә
Килеп баҫты самауыр.
Ялтлап тора ҡорһағы,
Мыш-мыш итә танауы.
Ҡустым кеүек үҙе лә
Күмер ярата икән.
Өләсәйҙең толомолай
Быуын тарата икән.
Бер ситтә ултыралар
Сынаяҡтар көлөшөп.
Уртала яңы бәлеш,
Һәр кем ҡабыр өлөшөн.
Сиҡылданы самауыр,
Ул ҡуҙлы күмер икән.
Баллап сәй эсеүҙәре
Үҙе бер ғүмер икән.
Читайте нас: