-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
11 Май 2021, 10:00

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

ШУҠ ӘТӘСКүрҙем-күрҙем шуҡ әтәс,Ана кейгән күк кәпәс.Тик маҡтансыҡ әтәстеңКәпәсе бик бәләкәс.(А.Игебаев) ТАУЫҠ АПАЙЭй ҡупшыҡай тауыҡ апай,Күлдәге сыбар ғына,Ҡыт-ҡыт-ҡыт, тип килеп етәЕмеңде сығар ғына.Тауыҡ апай, тип-тип-тип,Себештәре сип-сип-сип,Тибенәләр, һөйөнәләр,Сүпләргә ем күп-күп, тип.(Г.Ситдиҡова)

СЕБЕШТӘР

Сыбар тауыҡ бик күп себеш

Сығарғас бүләк итеп,

Һанай алмай торам гелән,

Себештәргә иҫ китеп.

Күҙгә йөҙ булып күренә,

Йүгерәләр, шашалар.

Ярма, эремсек ташлаһам,

Ем өҫтөнә баҫалар.

Көн буйына һис ятмайҙар

Себешкәйҙәр кес кенә.

Тауыҡ ҡанаты аҫтына

Инәләр тик кис кенә.

(К.Булат)

Читайте нас: