+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
6 Май 2021, 11:02

ФРОНТҠА КИТКӘНДӘ. ҒӘЙНАН ӘМИРИ

Мин бөгөн китәм фронтҡа.Был - минең һынау көнөм.Тып-тынысмын, әйтерһең дә,Һабанға сығам бөгөн.Бөтәһе лә һиңә, илем:Йырланасаҡ йырҙарым,Йөрәгемдең йәш ҡаны һәмКүҙҙәремдең нурҙары!Хуш, Башҡортостан - төйәгем,Бәлки, һуңғы күреүем...Ятып ҡалһа ла һөйәгем,Һиңә ҡайтыр һөйөүем.Үҙем ҡалһам ятып ситтә,Һиңә атҡынам ҡайтыр.Толпарым да ауһа яуҙа,Ғүмерлек даным ҡайтыр.

Читайте нас: