-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
2 Май 2021, 09:05
ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨНДӘ Юҡ болоттоң әҫәре лә, Күк йөҙө шундай аяҙ. Йәм-йәшел үлән-ер өҫтө, Ер өҫтөндә йылы яҙ. Иртәнге елдәр тын ғына Тал ботаҡтарын ҡаға, Япраҡтарға төшкән ысыҡ Ялтырап ергә тама. Ҡаяла бөркөт ҡағынып Ҡанатын ташҡа һуға, Көн буйы күккә йөрөргә Тәгәрәп ҡояш сыға. (М.Кәрим)
ЯҘ КИЛДЕ
Зәңгәр шәлен бөркәнеп,
Беҙгә Яҙһылыу килде.
Ҡайындарға йәм-йәшел
Бөрө-алҡалар элде.
Беҙгә матур яҙ килде,
Бар тәбиғәт йәнләнде.
Умырзая күҙен асты,
Күк урманға йәм инде.
(А.Айытҡолова)
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?