+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
1 Май 2021, 10:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы! 1 Май беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт берҙәмлек һәм теләктәшлек яңырыу, яҡты өмөттәр һәм емешле хеҙмәт кәүҙәләнешендә һаҡлана. АБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВБеренсе майХуш киләһең, яҙ күрке —Гөл-сәскәле матур ай.Бергәләшеп, гөрләшеп,Ҡаршылайбыҙ һине, Май.Күгәрсендәр осалар,Бөтә ерҙә тантана.Шундай күңелле беҙгә.Һәр беребеҙ шатлана.

ФӘҮЗИӘ РӘХИМҒОЛОВА
Беренсе май

Майҙың байрамдары күп,
Майҙың шатлыҡтары күп,
Майҙың сәскәләре күп —
Балҡып тора зәңгәр күк!
Шарҙар оса елпелдәп,
Күгәрсендәр гөрләшә,
Ал байраҡтар тулҡынып
Елдәр менән серләшә.
Беренсе май байрамын
Яратам мин, яратам,
Дуҫтар менән бер сафта
Йырлап барам парадта:
Еребеҙҙе һаҡларға
Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.
Атһын өсөн ал таңдар,
Ҡанат булһын тыныслыҡ!
Ҡанат булһын тыныслыҡ!

1996 йыл
Читайте нас: