+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
30 Апрель 2021, 10:05

БЕР ТӨРКӨМ АВТОРҘАН "БЕСӘЙ" ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР ШӘЛКЕМЕ

БЕСӘЙБесәй, бесәй, бесәй шул,Бесәй әле кескәй шул.Үҙе мырлай ҙа мырлай,Әллә ул шулай йырлай?Килтерегеҙ сысҡан, ти,Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти?Килтерегеҙ хәҙер, ти,Мин ашарға әҙер,ти!(Ҡ.Даян)БЕСӘЙКөндәр буйы йоҡлап ятаҠаймаҡ ялаған бесәй.Бөгөн сысҡан тотҡан ине,Маҡтаны уны әсәй.(Р.Ниғмәтуллин)БЕСӘЙ ҠЫҘЫН ЙОҠЛАТАБесәй ҡыҙы МырбикәӘллә бигерәк иркә?Йырламаһаң, йоҡламай,Йырлатмайса туҡтамай.Мыр-мыр-мыр-мырым,Мырбикәгә был йырым...Кис етә, ҡояш бата,Бесәй ҡыҙын йоҡлата.(Г.Юнысова)

БЕСӘЙ БАЛАҺЫ

Бесәй балаһы ҡыҙыҡ,

Ята келәмдә ойоп.

Бәп-бәләкәй булһа ла,

Үҫкән бит уға мыйыҡ!

(Ҡ.Әлибаев)
БЕСӘЙ УҠЫЙ

Өйрәтһәм дә бесәйҙе,

Үҙенекен туҡыны:

“Аҡбай” тигән исемде

“Мыяу” тиеп уҡыны.

(Р.Әбүталипова)
БЕСӘЙ

Бесәй төшкән байлыҡҡа –

Сумған тәмле ҡаймаҡҡа.

Аҙағы нисек бөтөр,

Йырлаһа ла: “Мыр ҙа мыр!”

(А.Йәғәфәрова)
Читайте нас: