-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
27 Апрель 2021, 10:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

ФАҠИҺА ТУҒЫҘБАЕВААТЛАЙЫМ! Тып-тып-тып-тып, Тәпәй баҫтым, Мин атлайым, атлайым! Уң ҡулымдан тотҡан әсәй, Һул ҡулымдан атайым. ҒӘФҮ ИТ! Быҙай баҫты ауырттырып Тәпәйенә тауыҡтың. - Ғәфү ит, зинһар, - тине ул. Тауыҡ йырлап яуапланы: _ Шифа һүҙҙән һауыҡтым! ЯҘ Оҙон муйынын һуҙып, Һѳйѳнсѳләй ата ҡаҙ: «Урамға сығығыҙ әле, Килде беҙгә яҙ, яҙ, яҙ!» ...

ЗИНҺАР!

- Миңә дарыу бирегеҙ! – тип,
Эй аҡыра бер бәрәс
Аптекала.
Аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.

Шунан матур ғына итеп,
Былай тиеп ѳндәшә:
- Дарыу бирегеҙсе, зинһар!
- Бына алсы! Һау йәшә!
Читайте нас: