-5 °С
Ҡар
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
26 Апрель 2021, 22:15
ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
ФАҠИҺА ТУҒЫҘБАЕВАБӘРӘС Бѳҙрә генә бер бәрәс, Ҡысҡыра, һѳт бирмәгәс, «Кәрәк, - ти ул, - мә-мә-мәм, Юҡ ашарға бер нәмәм». БЫҘАУ Быҙау әйтә: «Мѳ-мѳ-мѳ, Инәй, эшең бѳттѳмѳ? Мин асыҡтым, инәйем, Тиҙерәк һѳт имәйем».
ҠОЛОН
Ҡолон йыр алған отоп,
Йырлай ғына: тып та тып,
Бейей генә тып та тып.
Булмай бер ҙә туҡтатып!
КӘЗӘ
Кәзә-кәзә-кәзәкәй,
Кәзә итә сәпәкәй:
Бәләкәй генә үҙе,
Һѳҙѳп йыҡҡан үгеҙҙе.
Читайте нас: