ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
УмырзаяларУнар бөртөк умырзаяГөрләп үҫә бер төптән.Миңә ишле ғаиләнеХәтерләтәләр күптән.Бер ояһы — таҡыялай,Ниндәй гөлли-гөлләмә.Бүләк итһәң, ҡыуанысыНиндәй булыр — һөйләмә!Их, сәхрәләр! Их, сәскәләр!Ҡомһоҙланып күҙ ҡармай —Тик был данлы ғаиләнеТарҡатырға ҡул бармай.(Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА.)