-9 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
23 Апрель 2021, 10:00

СЫЙЫРСЫҒЫМ - ҠОШСОҒОМ!

СЫЙЫРСЫҠИртән торһам, сыйырсығымКилеп ҡунған ояға.Һайраны ул, һайраны,Шатлыҡ сәсеп донъяға.Ҡанатҡайын елпей-елпей,Көйләне моңло көйҙө.Эй маҡтаны, данланыТыуған ер, тыуған өйҙө.(Ҡ.Әлибаев)...

СЫЙЫРСЫҠ

Иртән торһам, сыйырсығым

Килеп ҡунған ояға.

Һайраны ул, һайраны,

Шатлыҡ сәсеп донъяға.

Ҡанатҡайын елпей-елпей,

Көйләне моңло көйҙө.

Эй маҡтаны, данланы

Тыуған ер, тыуған өйҙө.

(Ҡ.Әлибаев)

КИЛ ИНДЕ

Сыйырсығым, ҡошсоғом,

Хәҙер бында ҡыш түгел,

Матурым, һин кил инде,

Өйөң өлгөрҙө бөгөн.

Тәҙрәләре уйылған,

Ал, зәңгәргә буялған,

Сыйырсығым, һинең өсөн

Ҡуныр тал да ҡуйылған.

Ҡанаттарыңды елпеп,

Аҫыл һайрауың һирпеп,

Сыйырсығым,кил инде,

Өйөң әҙер бит инде.

(М.Кәрим)

СЫЙЫРСЫҠ СӘПӘКӘЙ ИТӘ

Таҡтанан оя яһап,

Ағасҡа ҡуйҙыҡ элеп.

Атай менән икебеҙҙе

Маҡтай сыйырсыҡ килеп.

Эй ҡыуана, иртә таңда

Үҙенсә таҡмаҡ әйтеп.

Ҡанаттарын ҡағып һайрай,

Ҡул сапҡан һымаҡ итеп.

(К.Аҡбашев)

Читайте нас: