-10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
23 Апрель 2021, 19:10
ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ
Земфира СӘХИПОВАХайуандар донъяһындаУрман эсендә бәхәс:Ҡайһы бәшмәк ағыулы?Уҡып ҡара, — ти терпе, —Китаптан ал аҡылды. Төлкө, төлкө — һары тун.Тағы хәйлә ҡорҙоңмо?Әтәс, тауыҡтар яғынаМороноңдо борҙоңмо? Һоро бүре көтөүгәҺарыҡ һайларға килгән.Ә көтөүсе эттәр уныТотоп кәрәген биргән. Урман хужаһы, тигәнДаның сыҡҡан, арыҫлан.Исемеңә — есемең:Күренәһең алыҫтан...
Бәрәс инәһе янында,
- Мә лә мә, тигән була.
Һөтөн эсеп тамаҡ туйғас
Бейеп һикергән була.
Быҙау, быҙау, быҙауҡай,
Бигерәк матурһың ай-һай!
Тояҡтар ныҡлы ҡалай,
Маңлайыңда йондоҙ — Ай!
Хужа әтәс хужа инде:
Ғаиләһен ул ҡайғырта.
Бөртөк кенә ем тапһа ла,
Ҡошсоҡтарын саҡыра.
Инә тауыҡ һис бушамай
Йөн-мамығын таҙарта.
Себештәрен “көрт-көрт” килеп
Ем сүпләргә тарата.
Күркә күркәлеген итеп,
Гел ҡарап йөрөй үргә.
Йә, күркә, бик маһайма,
Элмә ҡатаңды түргә.
Көсөк бәләкәй булһа ла,
Үҙ этлеген күрһәтә:
Бесәйгә ҡарап өрә лә,
Әйҙә, тауыш күтәрә.
Читайте нас: