+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
17 Апрель 2021, 11:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Марис НӘЗИРОВАҡйондоҙҙоң быҙауы Аҡйондоҙҙоң быҙауыАлырлыҡ күҙҙең яуын.Әсәһе уны танып,Ялай телен сығарып.— Мөгөр-мөгөр-мөгөрөк,Бер башы бар, бер ҡойроҡ.Дөбөр-дөбөр-дөбөрҙәү,Ялтыр сирағы дүртәү,Ике ҡолаҡ, ике күҙ,Уғыҙ бирәм, быҙау, түҙ!..

Күҙҙәренән йәш тиртеп,
Рәнйетмәгеҙ, ти кеүек.
Айгөл йылмайып ҡарай,
Бармағын бөкләп һанай:
— Мөгөр-мөгөр-мөгөрөк,
Бер баш бар ҙа бер ҡойроҡ.
Дөбөр-дөбөр-дөбөрҙәү,
Ялтыр сирағы дүртәү,
Ике ҡолаҡ, ике күҙ,
Уғыҙ бирәм, быҙау, түҙ!..
Быҙау ниңә илаһын,
Инде белә хужаһын.
Уғыҙ имергә риза,
Айгөлгә морон һуҙа:
— Мөгөр-мөгөр-мөгөрөк,
Бер баш бар ҙа бер ҡойроҡ.
Дөбөр-дөбөр-дөбөрҙәү,
Ялтыр сирағы дүртәү.
Ике ҡолаҡ, ике күҙ,
Уғыҙ бирәм, быҙау түҙ!..
Айгөл артҡа сигенә,
“Туйма, — ти, — еңел генә,
Тәпәй баҫырға кәрәк;
Алға барырға кәрәк,
Шешә ҡабырға кәрәк;
Тыуғас йәшәргә кәрәк,
Эшләп ашарға кәрәк!”
Читайте нас: