+10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
16 Апрель 2021, 13:00

"МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ"НӘ ФӘРЗӘНӘ ГӨБӘЙҘУЛЛИНАНАН ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

ФӘРЗӘНӘ ГӨБӘЙҘУЛЛИНАЗАТЛЫ КЕЙЕМБеҙҙең өйҙәге һандыҡтың Өҫтө ҡорама юрған, Өләсәйем һандығы ул, Эсе сер менән тулған. Бер көн өләсәйем әйтә: - Килсе яныма, балам, Милли кейем менән һине Бер кейендереп алам. - Бына был ҡашмау була, - ти, - Мәрйенле баш кейеме. ...

Беҙҙең өйҙәге һандыҡтың

Өҫтө ҡорама юрған,

Өләсәйем һандығы ул,

Эсе сер менән тулған.

Бер көн өләсәйем әйтә:

- Килсе яныма, балам,

Милли кейем менән һине

Бер кейендереп алам.

- Бына был ҡашмау була, - ти, -

Мәрйенле баш кейеме.

Ҡәйнә ҡаршылай йортонда

Ҡашмау кейгән киленде.

Ә быныһы саф көмөштән,

Сылт-сылт итеп сылтырар,

Исеме – фирүзә ташлы

Көйәнтәле сулпылар.

Былары бына – һарауыс,

Ҡолаҡҡа – көмөш һырға,

Ынйы-мәрйенле маңлайса

Ҡушылып сыңлай йырға.

Аҡыҡ ташлы ҡаптырмалар,

Көмөш тәңкә – әмәйҙек,

Һәр бармаҡҡа ҡашлы йөҙөк,

Беләктә – ҡуш беләҙек.

Һоҡлана бит өләсәйем:

- Матур биҙәнде ҡыҙым,

Балҡып тора, көлөп тора

Ейәнсәрем, йондоҙом!

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
Читайте нас: